Бөгөн Ҡытайҙың Ухани ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының икенсе көнө тамамланды

Бөгөн Ҡытайҙың Ухани ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының икенсе көнө тамамланды 13.05.2015

Мәртәбәле турнирҙа 10 илдән 16 спортсы сығыш яһай, шул иҫәптән, Башҡортостандан Тамара Танһыҡҡужина менән Айгөл Иҙрисова. Турнирҙа ҡатнашыусылар бөгөн икешәр партия үткәрҙе. Әгәр ҙә Тамара беренсе уйында уңышһыҙлыҡҡа дусар булһа, Айгөл үҙ дәғүәсеһен еңеүгә өлгәште. Икенсе партияла республика вәкилдәре бер-береһе менән  осрашты. Ҡыҙыу уйын тигеҙ иҫәпкә тамамланды. Өс турҙан һуң әле бишәр мәрәй туплап Голландиянан Ольга Камышлеева менән Украинанан Юлия Макаренкова беренсе урындарҙы бүлешә.  Яҡташыбыҙ Айгөл Иҙрисова, Украинанан Ольга Балтажи менән Латвиянан Зоя Голубева лидерҙарҙан бер мәрәйгә ҡалыша. Киләһе дүртенсе тур иртәгә уҙа.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика