Бөгөн волейбол буйынса суперлига командалары араһында сираттағы тур- уйындары үтте 24.01.2015

Өфөнөң «Урал» клубы Новосибирскиҙа урындағы «Локомотив» менән осрашты.

Тимер юлсылар һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең иң көслө коллективтарының береһе һанала.  Быйылғы миҙгелдә лә улар һәр ваҡыт лидерҙар иҫәбендә килә. Шуға ла майҙан хужаларына чемпионат аутсайдерын отоу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Яҡташтарыбыҙ беренсе партияла ғына бер аҙ ҡаршылыҡ күрһәтте. Ә ҡалған ике осорҙа дәғүәселәр Башҡортостан командаһын тулыһынса тар-мар итте. Иҫәп 3:0. Киләһе турҙа «Урал» волейболсылары Мәскәүҙең «Динамо» клубын ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика