Бөгөн «Торос» һәм «Ижсталь» командалары араһындағы уйын менән илдең юғары хоккей лигаһы старт алды 08.09.2015

Тап ошо ике клуб уҙған миҙгелдә Братина кубогы өсөн көрәш алып барғайны.  

Алтынсы миҙгелде асыу тантанаһы көйәрмәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә спорт байрамына әүерелде. Сөнки Нефтекамаға данлыҡлы совет хоккейсылары, ике тапҡыр олимпия уйындары чемпиондары  Борис Михайлов менән Владимир Петров, шулай уҡ тамырҙары менән Башҡортостандан булған Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, билдәле телекомментатор Сергей Ғимаев  килде. Быйылғы миҙгел дәүләт гимндарының йырсы башҡарыуында булыуы менән айырылды. Ә инде республика гимны башҡорт телендә яңғыраны.  
Уйынға килгәндә, ул бик көсөргәнешле үтте. Әммә еңеү ҡунаҡтар яғында булды. Яҡташтарыбыҙ индергән ике шайбаға дәғүәселәр 4 гол менән яуап ҡайтарҙы. Киләһе осрашыуын Константин Полозов тәрбиәләнеүселәре 10-се сентябрҙә "Кристалл" клубына ҡаршы үткәрә. Уйынды беҙҙең каналда тура эфирҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика