Бөгөн төбәктә бассейны булған  физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инде 29.06.2016

Йыл ярым самаһы элек нигеҙ һалынған объектты төҙөүгә  федераль һәм  республика бюджеттарынан 143 миллион һумға яҡын  аҡса йүнәлтелгән. Шул иҫәптән спорт ҡорамалдары һатып  алыуға 30 миллион һум бүленгән.

Йыл һайын республикала 3-4 физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инә. Уларҙың бассейнлы булыуы төбәктә йәшәүселәр өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Ошондай объекттарҙың береһе бөгөн Бишбүләк районы үҙәгендә асылды. Заманса спорт үҙәген урындағы халыҡҡа тиҫтәләрсә йылдар көтөргә тура килгән.  

ФОК-ка нигеҙ 2014 йылдың декабрендә һалына. Уны төҙөүгә 143 миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителә. Шулай уҡ заман талаптарына яуап биргән спорт йыһаздары һатып алына. Мәҫәлән, әлеге  тренажерҙар залын иҫкеһе менән сағыштырыу мөмкин түгел. Ике ҡатлы яңы бина 4 мең 600 квадрат метр майҙанды биләй. Бында спорттың бик күп төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкин.

Яңы асылған комплекс районда сәләмәт тормош алып барыусылар һанын арттырырға ярҙам итәсәк. Төбәк былай ҙа спорт күрһәткестәре буйынса республикала алдынғылар иҫәбендә. Әммә әлеге шарттар менән һөҙөмтәләр тағы ла яҡшырыр, ти бишбүләктәр.  

Әлегә тиклем Бишбүләк районы халҡына һыу инеү өсөн йыраҡтағы йылға-күлдәргә йөрөргә тура килә. Әммә яңы комплекс сафҡа инеү менән улар өсөн бассейн ишектәре йыл буйына асыҡ буласаҡ. 25 метр оҙонлоғондағы был юлдар көн һайын 200 кеше ҡабул итеүгә һәләтле.

Бассейнда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә айырым уңайлыҡтар ҡаралған. Атап әйткәндә, был ултырғыс ярҙамында инвалидты һыуға төшөрөп, күтәреп сығарырға мөмкин. Әйткәндәй, районда физкультура-һауыҡтырыу комплексын иртәрәк тә төҙөргә булыр ине. Ләкин урындағы етәкселек өҫтөнлөктө бассейнлы проекттарға бирә. Оҙаҡ көтөргә тура килһә лә бишбүләктәр бындай бүләкте икеләтә шатлыҡ тип ҡабул итте.  

Яңы комплексты хеҙмәтләндереү төбәккә өҫтәмә сығымдар килтерәсәк. Әммә халыҡтың сәләмәтлеген бер ниндәй аҡса менән дә сағыштырып булмай, ти урындағы етәкселек. Шулай уҡ, киләсәктә ФОК эргәһендә ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн ике майҙансыҡ барлыҡҡа килер тип көтөлә. Бынан тыш, хоккей уйыны өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика