Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда «Автомобилист» клубын ҡабул итте

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда «Автомобилист» клубын ҡабул итте 14.01.2015

Һуңғы ике уйында уңышһыҙлыҡҡа дусар булған дәғүәселәр әле плей-оффҡа эләгеү өсөн көрәшә. Һигеҙенсе баҫҡысты биләгән команда бөгөн юлаевсыларға ҡаршы ҙур оҫталыҡ күрһәтте.

Владимир Юрзинов дружинаһы киреһенсә өсөнсө осорҙа бөтөнләй ҡойолоп төштө. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар  5-3 иҫәбе менән еңеү яуланы. Өфө клубынан  шайбаларҙы Антон Слепышев һәм ике тапҡыр Денис Хлыстов индерҙе.  Әйтергә кәрәк,  «Автомобилист» һуңғы йылдарҙа «Салауат Юлаев» өсөн иң уңайһыҙ дәғүәселәрҙең береһенә әйләнә бара. Ике ай элек Екатеринбургта үткән осрашыуҙа ла улар юлаевсыларҙы 3-0 иҫәбенә ҡыйратҡайны.  Киләһе уйынын яҡташтарыбыҙ  17-се ғинуарҙа Новосибирскиҙа урындағы «Себер» клубына ҡаршы үткәрә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика