Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда «Автомобилист» клубын ҡабул итә 14.01.2015

Быйылғы миҙгелдә улар Екатеринбургта  бер тапҡыр көс һынашырға өлгөргәйне инде. Әммә был осрашыу майҙан хужалары  файҙаһына 3:0 иҫәбе менән тамамланғайны.

Яңы йылды күрше өлкә вәкилдәре уңышһыҙ башланы. Сөнки улар һуңғы ике уйында «Барыҫ» менән «Авангард» командаларынан отолдо. Юлаевсылар иһә киреһенсә, Магнитогорскиҙың «Металлург» һәм Ҡазандың «Аҡ Барс» хоккейсыларын еңеүгә өлгәште. Әйткәндәй, «Автомобилист» клубын  Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Анатолий Емелин етәкләй. Күп кенә белгестәр бөгөнгө осрашыу «Салауат Юлаев» файҙаһына тамамланасаҡ тип фаразлай. Тура трансляция Башҡортостан юлдаш телеканалында киске ете тула 15 минутта башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика