Бөгөн Салауат ҡалаһында ГТО нормативтарын массалы тапшырыу буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылды

Бөгөн Салауат ҡалаһында  ГТО нормативтарын массалы тапшырыу буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылды 29.11.2014

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, акцияла 1748 кеше ҡатнашҡан. Ысынбарлыҡта иһә был һан тағы ла күберәк булды, ти сараны ойоштороусылар. Сөнки күптәр алдан яҙылырға өлгөрмәгән.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул акцияһында олоһо ла, кесеһе лә  ҙур теләк менән  үҙ көсөн һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә Рәсәй рекорды китабы мөхәррире Станислав Коненко салауаттарҙың ҡаҙанышын ил тарихына  рәсми теркәне. Бөгөнгә был Рәсәйҙә ГТО тапшырған кешеләрҙең  күплеге буйынса иң юғары күрһәткес, ти рекордтар китабы вәкиле. Шуныһы үҙенсәлекле: ҡатнашыусыларҙың барыһы ла «Газпром нефтехим Салауат» предприяһында эшләй. Бынан тыш, предприятие хеҙмәткәрҙәренең береһе урындан   280 сантиметр алыҫлыҡҡа һикерҙе. ГТО-ның  алтын билдәһен алыу өсөн уға  210 сантиметр ҙа етеп торор ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика