Бөгөн Омскиҙа һәм Сочиҙа 2006 йылғы балалар командалары араһында хоккей буйынса «Газпром нефть» кубогы тамамланды 24.04.2017

11-се тапҡыр ойошторолған халыҡ-ара турнирҙа биш илдән барлығы 27 команда ҡатнашты.  Көнсығыш конференцияла Михаил Потапов менән Андрей Яханов етәкселегендәге «Салауат Юлаев» командаһы сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, йәш юлаевсылар һынатманы, улар биш уйындың барыһында ла еңеү яуланы.

Бөгөн ярым финалда яҡташтарыбыҙ хужаларҙы - Омскиҙың «Авангард» клубын 5-2 иҫәбенә ҡыйратты, ә финалда Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһын 8-1 иҫәбе менән тар-мар итте. Шулай итеп Башҡортостан мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Омскиҙа беренсе урын яуланы. Хәҙер улар суперфиналда көнбайыш конференция еңеүсеһе менән «Газпром нефть» кубогы өсөн көрәш алып барасаҡ. Әле генә билдәле булыуынса, был хоҡуҡҡа Мәскәү армеецтары лайыҡ булды. Улар үҙ конференцияһы финалында Ярославлдең «Локомотив» клубын отто.  Хәл иткес уйын 26-сы апрелдә Омскиҙа уҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика