Бөгөн Мишкәлә паралимпия үҙәге асылды

Бөгөн Мишкәлә паралимпия үҙәге асылды 18.06.2016

Уны төҙөүгә 2010 йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһында үткән уйындарҙа  беҙҙең паралимпиецтарыбыҙҙың уңышлы сығышы юл аса. Тап мөмкинлектәре сикле спортсылар, төп йыйылма команда уңышһыҙ сығыш яһағандан һуң, дөйөм миҙал зачетында беренсе урын яулап бөтә илгә шатлыҡ килтерә. Тап ошо беренселектә яҡташтарыбыҙ Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов саңғы ярышында алтын миҙалдар яулай. Әйткәндәй улар бөгөн Мишкәлә төҙөлгән спорт комплексын асыу тантанаһында ла ҡатнашты.

Тантаналы ҡырҡылған таҫма тотош Рәсәй паралимпия спорты өсөн яңы битте асты. 2011 йылда төҙөлә башлаған комплекс мөмкинлектәре сикле спортсылар моратына ирешә алһын өсөн тулыһынса яраҡлаштырылған. Бында пандустар, коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтар өсөн 2-се ҡатҡа йөрөгән лифт та ҡаралған. Ҡоролманы эштә паралимпия чемпионы Ирек Зарипов һынап ҡараны.  
Ирек Зарипов, ҡышҡы паралимпия уйындары чемпионы:  «Ысынлап та комплекс бик уңайлы, ул яҡшы йыһазландырылған. Беҙҙең илгә бындай спорт үҙәктәре бик кәрәк, ә инде уның Мишкәлә асылыуы бик урынлылыр, сөнки бында спорт традициялары көслө».
Спорт комлпексы урындағы халыҡта ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кешеләр уның мөмкинлектәре менән танышты, үҙҙәрен тренажерҙарҙа ла һынап ҡараны. Күптәр бында сәләмәт тормош нигеҙҙәрен үҙләштерергә теләк белдерҙе.
Әлегә комплекс тулыһынса әҙер түгел. Ул сафҡа ингәс бында оптик тир, теннис залы, ситтән килгән спортсылар өсөн ҡунаҡхана, сауна һәм башҡа уңайлыҡтар буласаҡ. Әлбиттә Мишкәләге паралимпия үҙәге йөҙөүселәрҙе ҙә әҙерләйәсәк.
Бөтә был мөмкинлектәр яңы чемпиондар тәрбиәләүҙең тәүге аҙымы тигән фекерҙә инде алтын миҙал яулаған Кирилл Михайлов та. Беҙгә бында шарттар тураһында хыялланырға ғына тура килә ине ти спортсы, йыш ҡына күнекмәләр сит илдәрҙә үткән.
Виталий Андреев, паралимпия үҙәге директоры: «Беҙҙең лазер тирҙа шул иҫәптән күрмәгән һәм ишетмәгән спортсылар ҙа ата аласаҡ. 20 кешегә иҫәпләнгән ҡунаҡхана, ашхана бар, бассейндың сисенеү бүлмәһе 80, тренажер залыныҡы 40 кешегә иҫәпләнгән. Бында федераль күләмдәге йыйын һәм ярыштар үткәреп буласаҡ».
Әле район етәкселеге спорткопмлексты хеҙмәтләндереү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләй. Был сығымдарҙы шул иҫәптән дәүләт һәм шәхси ойошмалар партнерлығы сиктәрендә ҡапларға иҫәп тотола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика