Бөгөн хоккей буйынса «Башҡортостан кубогы»на халыҡ-ара турнирҙың икенсе көнө

Бөгөн хоккей буйынса «Башҡортостан кубогы»на халыҡ-ара турнирҙың икенсе көнө 15.08.2014

Көндөҙгө 3-тә Риганың «Динамо» һәм  Мәскәү өлкәһенең «Атлант», ә киске 7-лә «Салауат Юлаев» менән Магнитогорскиҙың «Металлург» командалары  осраша.

Әле ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондары Латвия клубы менән бергә турнир баҫҡысының тәүге урынын бүлешә. Күрше өлкә хоккейсылары кисә Санкт-Петербургтың «СКА» командаһын 4:1 иҫәбе менән отто. Әйткәндәй, армейсыларҙы Башҡортостан көйәрмәндәренә яҡшы таныш тренерҙар тандымы етәкләй. Ошо уҡ көндө «Динамо» клубы майҙан хужаларын 3:2 иҫәбе менән еңде. Юлаевсыларҙан шайбаларҙы Александр Кутузов менән Антти Пилстрем индерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку