Бөгөн хоккей буйынса «Башҡортостан кубогы»на халыҡ-ара турнирҙың икенсе көнө үтте 15.08.2014

Иң беренсе боҙға  Риганың «Динамо» һәм  Мәскәү өлкәһенең «Атлант» командалары сыҡты. Көсөргәнешле уйын Рәсәй клубы файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды.  Артабан «Салауат Юлаев» менән Магнитогорскиҙың «Металлург» командалары осрашты. Ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондары бер көн алда СКА хоккейсыларын тар-мар иткәйне.  Әммә был юлы күрше өлкә вәкилдәренә уңыш йылмайманы. Иҫәпте юлаевсылар мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Денис Хлыстов асты.  Артабан тағы ла бер Өфө егете  Егор Дубровский икенсе шайбаны индерҙе. Шулай итеп мауыҡтырғыс уйында  юлаевсылар 2-0 иҫәбе менән еңде.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика