Бөгөн футбол буйынса Рәсәй чемпионаты ҡышҡы тәнәфескә туҡтаны

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй чемпионаты ҡышҡы тәнәфескә туҡтаны 05.12.2016

Ялға китер алдынан «Өфө» футболсылары үҙ майҙанында «Томь» клубын ҡабул итте. Уйындың яҙмышы тәнфестән һуң хәл ителде. Берҙән-бер тупты дәғүәселәр ҡапҡаһына Александр Сухов индерҙе.

Был еңеү Башҡортостан командаһына 25 мәрәй менән турнир таблицаһының һигеҙенсе баҫҡысына күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Чемпионаттың икенсе өлөшө киләһе йылдың яҙында башлана. Март башында яҡташтарыбыҙ Грозныйҙа урындағы «Терек» менән осраша.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө уйындан һуң  Виктор Гончаренко Башҡортостан командаһы менән хушлашҡан. Баш тренер артабан Мәскәүҙең «ЦСКА» клубында Леонид Слуцкийҙы алмаштырыр тип көтөлә. Рәсми мәғлүмәт 8-се декабрҙә иғлан ителәсәк.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика