Бөгөн Өфөнөң «Урал» волейбол клубы үҙ майҙанында Сорғоттоң «Газпром-Югра»һы менән осраша

Бөгөн Өфөнөң «Урал» волейбол клубы үҙ майҙанында Сорғоттоң «Газпром-Югра»һы менән осраша 22.10.2014

Быға тиклем яҡташтарыбыҙ ярышҡа ныҡлы әҙерләнеп, көнөнә ике тапҡыр күнекмәләр уҙғарҙы.

Клубтың  баш тренеры Игорь Пасечникты  спортсылар араһында сырхап тороусыларҙың булмауы шатландыра. Тимәк, Рәсәй суперлигаһы чемпионатының сираттағы матчында һәр уйынсыға иҫәп тоторға мөмкин. Әлегә «Урал»дың активында ни бары бер еңеү, миҙгел башында яҡташтарыбыҙ «Грозный» командаһын еңгәйне. Ләкин һуңынан Ҡазандың «Зенит»ы менән Яңы Уренгойҙың «Факел»ы менән уйындар командаға уңыш килтермәне. Бөгөнгө  осрашыуҙы Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Ул киске сәғәт 7 тула 15 минутта башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку