Бөгөн Өфөнөң «Толпар» командаһы ялдан сығып тәүге күнекмәһен уҙғарҙы

Бөгөн Өфөнөң «Толпар» командаһы ялдан сығып тәүге күнекмәһен уҙғарҙы 27.06.2014

Миҙгел алдынан Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре баш ҡалала хоккей буйынса донъя кубогында ҡатнашасаҡ. Уларҙың төп конкуренты - Харламов кубогына эйә булыусы Мәскәүҙең «Спартак» һәм сит ил командалары.

Миҙгел алдынан Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре баш ҡалала хоккей буйынса донъя кубогында ҡатнашасаҡ. Уларҙың төп конкуренты - Харламов кубогына эйә булыусы Мәскәүҙең «Спартак» һәм сит ил командалары.

Тренерҙың был кәңәшен спортсылар ҡолаҡҡа элмәй. Тәүге күнекмәлә толпарҙар үҙҙәрен күрһәтеп ҡалырға тырыша. Һәр береһенең теләге - төп составҡа эләгеү. Шуға ла хатта ял ваҡытында ла махсус диета һәм күнекмәләрҙән баш тартмаған.
Никита Мокин, «Толпар» командаһының һөжүм итеүсеһе: «Ялда йүгерҙем, йөҙҙөм, иптәштәрем менән футбол уйнаным. Донъя кубогына ныҡлап әҙерләндем».
Йыл һайын Өфөнөң «Толпар» командаһы яртылаш тиерлек яңыра. Яңы миҙгелдә йәш буйынса сик булғанлыҡтан, Валерий Поляков, Ильяс Ғәрифуллин, Леонид Сухоручкин һәм башҡалар толпарҙарға ярҙам итә алмаясаҡ. Яңы составҡа «Салауат Юлаев» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, Нефтекама ҡалаһының «Батыр» һәм Учалының «Горняк» спортсылары ҡарала.
Венер Сафин, «Толпар» хоккей командаһының өлкән тренеры: «Уларҙың һәр береһенең лидер булырға мөмкинлеге бар. Тырышһындар ғына. Ә командала лидерҙар булһа, беҙҙе ҡыуандыра ғына».
Июль аҙағында Толпарҙар миҙгел алды турнирында «Салауат Юлаев» хоккей клубы призына көрәшәсәк. А тағы ла бер айҙан улар йәштәр командалары араһында донъя кубогында ҡатнашасаҡ. Был күләмле ярышта 9 команда көс һынаша. Улар араһында Өфөнөң «Толпар»ы менән Рәсәйҙән тағы ла ике команда бар.
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку