Бөгөн Өфөнөң «Гастелло» стадионында Башҡортостан эшсәндәре араһында йәйге спартакиада үтте

Бөгөн Өфөнөң «Гастелло» стадионында  Башҡортостан эшсәндәре араһында йәйге  спартакиада үтте 10.09.2016

Сарала өс йөҙҙән ашыу  кеше ҡатнашты. 12  өлкә командалары  төрлө спорт төрҙәре буйынса ярышты. Нефтселәр, педагогтар, завод эшсәндәре һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен стритбол, еңел атлетика,  ваҡытҡа йүгереү һәм башҡа һынауҙарҙа һынаны. Ҡатын-ҡыҙҙар 500  метрға,  ир-егеттәр бер саҡырымға йүгерҙе. Улар араһында Илһам Ишмөхәмәтов беренсе булып килде. Егет Рәсәй күләмендә  уҙғарылған ярыштарҙа ла  юғары уңыштарға өлгәшә.  

Арҡан тартыу майҙанында  ла ярыш ҡыҙыу барҙы. Батырҙар гер күтәреү буйынса көс һынашты. Майҙанға  йәштәр ҙә  өлкәндәр ҙә сыҡты. Шарттар бөтәһенә лә бер төрлө. Күптәр юғары әҙерлек менән килгән. Ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәргә спорт менән шөғөлләнергә уңайлыҡтар булыуы ошондай сараларҙа уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Мәҫәлән, заводта эшләүсе Илшат Мөхәмәтйәнов коллегаларын милли көрәш серҙәренә һәм гер күтәрергә өйрәтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика