Бөгөн Өфөлә власть органдарында эшләүселәр араһында мини-футбол буйынса ярыш үтте

Бөгөн Өфөлә власть органдарында эшләүселәр араһында мини-футбол буйынса ярыш үтте 24.06.2017

Йәйге спартакиада сиктәрендә ойошторолған турнирҙа Башҡортостан башлығы хакимиәте, Хөкүмәт,  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәттәре  командалары ҡатнашты.  

Был көндәрҙә Рәсәй халҡы футбол менән йәшәй. Сөнки илебеҙ үҙ тарихында тәүге тапҡыр Конфедерация Кубогын ҡабул итә. Донъяның иң яҡшы командалары уйындарын зәңгәр экрандар аша күҙәтеүҙән тыш, күптәр үҙҙәре лә футбол майҙандарына туп тибергә сыға. Башҡарма власть органдарында эшләүселәр ҙә үҙ турнирын ойошторҙо. Ярышта барлығы 6 команда ҡатнашты. Иртәнге сәғәттәрҙә бер аҙ ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан улар көсөргәнешле уйын күрһәтеүгә өлгәште. Турнир һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Өфө ҡалаһы хакимиәте яуланы. Икенсе-өсөнсө баҫҡыстарҙы Киров, Ленин, Совет һәм Дим райондары хакимиәттәрен берләштәргән «Көньяҡ» һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай командалары бүлеште.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика