Бөгөн Өфөлә урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары араһында милли көрәш буйынса ярыш үтте

Бөгөн Өфөлә урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары араһында милли көрәш буйынса ярыш үтте 28.10.2016

Турнирҙа ҡатнашыусылар СССР-ҙың спорт мастеры Фәнис Уразбахтин Кубогына көрәш алып барҙы. Быйыл 75 йәшен билдәләгән юбиляр бар ғүмерен яратҡан спорт төрөнә арнаған. Әле лә ул Өфө урман-техник техникумы студенттарын сәләмәт тормош алып барыу серҙәренә төшөндөрә.

Милли көрәш менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн Фәнис Уразбахтиндың исеме  яҡшы таныш. Ул республикала тәүгеләрҙән булып 1973 йылда яратҡан спорт төрө буйынса Советтар Союзы чемпионы исемен яулай. Спорт өлкәһендәге шәхси ҡаҙаныштары һәм оло тәжрибә уға тренерлыҡ эшмәкәрлегендә лә ҙур уңыш килтерә. Ярты быуатҡа яҡын ғүмер эсендә ул тиҫтәнән ашыу спорт мастеры һәм 35 кандидат әҙерләй.
Данлыҡлы көрәшсе кубогына арналған бәйгегә республика төбәктәренән бик күп спортсылар йыйылды. Уларҙың барыһы ла республикалағы урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары.    
Бөгөн республикала милли көрәш әүҙем үҫешә. Шуның өсөн дә яҡташтарыбыҙ төрлө кимәлдәге ярыштарҙың даими еңеүселәре. Киләсәктә Стәрлетамаҡ ҡалаһы спорттың был төрө буйынса Рәсәй беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә. Кем белә, бәлки тап бөгөнгө бәйгелә уңышҡа өлгәшкән батырҙар республика данын ил күләмендә яҡлап сығыш яһар.
Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса  Өфө урман-техник техникумы студенттары дөйөм команда беренселегендә еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Октябрьский һәм Ишембай ҡалаларындағы нефть колледждары көрәшселәре бүлеште. Бил бирмәҫ батырҙар Кубок һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика