Бөгөн Өфөләр Олимпия чемпиондары Тимур Сафин менән Артур Әхмәтхужинды тәбрикләне 17.08.2016

Күптәр бөтә донъяға танылған спортсыларҙан автограф алды, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Малай-ҡыҙҙар Башҡортостан спортсыларын дәррәү ҡаршы алды. Олимпия чемпиондары Артур Әхмәтхужин менән Тимур Сафин шатлыҡлы йылмайыуҙарын йәшерә алмай. уларҙың Дуҫлыҡ монументына  килеүе лә  тәрән мәғәнәгә эйә. Тап үҙ-ара татыулыҡ,  еңеүгә ышаныс Рәсәй йыйылма командаһына алтын миҙалдар  килтерҙе. Һәйкәлгә сәскәләр һалғас, спортсылар балалар һәм үҫмерҙәр менән ихлас аралашты.

Олимпия чемпиондарының көнө һәр минутына тиклем яҙылған. Бөгөн улар күнекмәләрҙе онотоп тороп, ҡотлауҙар ҡабул итте. Еңеүселәр хөрмәтенә йәш спортсылар  күрһәтмә сығыштар ойошторҙо. Араларынан иң  ҡыйыуҙары Бразилияны дер һелкетеп ҡайтҡан егеттәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да еткерҙе.

Спортсылар әйтеүенсә, алтын миҙалдар тағы ла буласаҡ. Юғары ҡаҙаныштар иһә  төбәктә спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға тейешле иғтибар билдәһе.

Өфөнөң үҙәк урамдарында һәр осрашыу спортсыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Халыҡ Олимпия чемпиондарын ихлас сәләмләне.

Олимпия йондоҙҙары менән осрашыуға бигерәк тә кескәй спортсылар шатланды. Бразилияла оло һынауҙар үтеп, алтын миҙал яулаусы яҡташтарыбыҙ белдереүенсә,  бер нигә ҡарамаҫтан, уңыш сере ябай.  

Башҡортостан спортсыларының оло еңеүе, һис шикһеҙ, киләсәктә төбәктә  фехтование спорты үҫешенә ыңғай тәьҫир итәсәк. Тәү сиратта быға  Олимпия чемпиондары үҙҙәре өмөтләнә.

Арыу-талыу белмәҫ спортсылар ниһәйәт  рәхәтләнеп ял итте. Алыҫ тарафтарҙан тыуған илде һағынып ҡайтҡан спортсылар уларҙы сыныҡтырған Өфө ҡалаһы менән ғорурланыуын һис тә йәшермәй.  

Ҡыйыу егеттәрҙең оло еңеүе Башҡортостан ере һәм уның баш ҡалаһының абруйын тағы ла арттырҙы. Нисек кенә булмаһын, донъя кимәлендә яуланған юғары спорт ҡаҙаныштары нигеҙендә  тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ  сифаттары ята.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика