Бөгөн Өфөлә автоуҙыш буйынса беренсе республика чемпионатының дүртенсе этабы уҙҙы

Бөгөн Өфөлә автоуҙыш буйынса беренсе республика чемпионатының дүртенсе этабы уҙҙы 24.10.2015

Ярышта һәр кем үҙ автомобиле менән ҡатнашты. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең иң йәшенә 14, иң олоһона 50 йәш. Водитель таныҡлығы алмаған, әммә  автоконструкторлау мәктәбенә йөрөүселәр ҙә  машина йөрөтөү оҫталығын күрһәтте.

Тиҙлек, тимер ат менән еңел идара итә белеү. Чемпионатҡа килеүселәр үҙ автомобилдәрендә ярыша. Ул машина маркаларына ҡарап  бер нисә  категория  буйынса ойошторола. Утыҙҙан ашыу ҡатнашыусы төрлө ҡала һәм райондарҙан. Ун биш йәшлек Руслан Бөрөнән килгән. Автоконструкторлау мәктәбендә шөғөлләнә.
Руслан Хөсәйенов, чемпионатта ҡатнашыусы /Бөрө/: «Мин ун йәшемдән  машина йөрөтөргә өйрәндем. Тәүҙә атайымдың тубығында ултырып руль әйләндереп ҡараным. Мәктәптә юл ҡағиҙәләрен,  автомобиль менән идара итеү һәләтенә төшөнәбеҙ. Ҡасан газ бирергә, тиҙлекте кәметергә кәрәклеген. Окала йөрөйбөҙ. Был машинаны  үҙебеҙ үҙгәртеп ҡорҙоҡ».
Ҡатнашыусыларҙы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә бүлеү юҡ. Водитель теләһә ниндәй шарттарҙа ла  идара итеү  һәләтен күрһәтә белергә тейеш. Чемпионатҡа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә килгән.
Гүзәл Иҫәнбаева, чемпионатта ҡатнашыусы: «Мин руль артында дүрт йылдан ашыумын. Бында башҡа автоһәүәҫкәрҙәр менән танышырға,  аралашырға килдем».
Водитель конустарҙы ауҙармай ғына ғына гаражға машинаның алды һәм арты менән инергә, артҡа биреп  ҡаршылыҡтарҙы үтергә  тейеш. Бормалы юлдан үтеү ҙә конкурс шарттарының береһе.
Сарала ҡатнашыусы гүзәл заттарҙың  маневрҙар яһау оҫталығы  ойоштороусыларҙы  ла хайран ҡалдыра. Чемпионаттың дүртенсе этабында  егерме өс кеше беренселек өсөн көрәште. Улар араһынан  иң юғары балл йыйғаны еңеүсе тип табыла.  
Лилиә Красноперова, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса автоуҙыш комитеты рәйесе, автомотоспорт һәм юғары водитель оҫталығы үҙәге директоры: «Автомобиль йөрөтөү оҫталығын нығытыу өсөн ойошторабыҙ. Уларҙың  теория белеме лә тикшерелә.  Күп кеше кәрәкле ергә килеп етә лә,  машинаһын нисек теләй шулай ҡуя ла китә. Оҫта ғына итеп парковкаларға өйрәнергә кәрәк».
Сара бер нисә  сәғәт барҙы ла тамамланды. Ә автоһәүәҫкәрҙәр алдында  сираттағы еңеүҙәр - ул  көн һайын юлға сығып имен-аман ғына  кәрәкле урынға барып етеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика