Бөгөн Өфөгә Сергей Лукьянов килде

Бөгөн Өфөгә Сергей Лукьянов килде 12.05.2015

Ул ике йыл эсендә йәйәү Ер шарын  урап сығырға ниәтләй. Оҙон юлға сәйәхәтсе 1 апрелдә Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡуҙғалған. 59 йәшлек экстремал-спортсы  үҙенә  32 мең километр араны үтеү бурысы ҡуйған.

Әлегә Сергей Лукьянов 2 мең самаһы ғына юл үткән.  Арҡаһындағы биҫтәренә сәйәхәтсе юл кәрәк-яраҡтары тултырған. Ҡайһы берҙә  уға асыҡ һауала йоҡларға тура килә. Әммә күп  осраҡта изге кешеләр ярҙам итә, ти спортсы. Донъяны шундай үҙенсәлекле ысул менән күреү тураһында ул бала саҡтан хыялланған. Әммә ни бары хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына  экстремал күңелендәге ниәтен бойомға ашырырға ҡарар иткән. Сентябргә тиклем  Сергей Лукьянов Читаға барып етергә уйлай. Артабан уның юлы Ҡытай, Вьетнам, Таиланд, Камбоджа һәм  Малайзия илдәре буйлап дауам итәсәк.  Бының өсөн уға ун ике пар аяҡ кейеме талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика