Бөгөн «Өфө» футболсылары Мәскәүҙең данлыҡлы «Спартак» клубы менән осрашты

Бөгөн «Өфө» футболсылары Мәскәүҙең данлыҡлы «Спартак» клубы менән осрашты 23.08.2014

Регламент буйынса, баш ҡалала үтергә тейешле уйын Пермгә күсерелде.

Бының сәбәбен Премьер-лига вәкилдәре хәүефһеҙлек талаптары күҙ уңында тотолоуы  менән аңлатты.  өнки  Мәскәү клубы фанаттары үҙҙәренең күплеге һәм ҡыҙыулығы менән билдәле. Ә Өфөләге стадион барлыҡ футбол һөйөүселәрҙе лә һыйҙыра алмай. Осрашыуға килгәндә, чемпионат дебютанты  ҡыҙыллы-аҡлы командаға ҙур ҡаршылыҡ күрһәтте. Шулай ҙа яҡташтарыбыҙ 1:2 иҫәбе менән отолдо. Дәғүәселәрҙән ике тупты ла Артем Дзюба, ә «Өфө» клубынан Диего Карлос индерҙе. Киләһе уйынын яҡташтарыбыҙ Ҡазанда урындағы «Рубин»  менән үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку