Бөгөн Өфө байкерҙары сираттағы миҙгелде асты 06.05.2017

Ошо уңайҙан 200-ләп мотоһәүәҫкәр ҡала урамдары буйлап колонналарҙа үтте.

Ике тәгәрмәсле транспорт хужалары Конгресс-холл янындағы майҙанға иртәнге сәғәттәрҙә үк йыйыла башланы. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, миҙгелде асыуҙа ҡатнашырға теләүселәр күп ине. Сараға тамашасылар республика район-ҡалаларынан да килгәйне. Белгестәр әйтеүенсә, хәүефле транспорт сараһы һаналһа ла Башҡортостанда иҫәпкә ҡуйылған мотоциклдар һаны йылдан-йыл арта. Уға өҫтөнлөк биреүселәрҙе асыҡ һауа һәм юғары тиҙлек ҡыҙыҡһындыра.  
Изге йола буйынса мотоһәүәҫкәрҙәр колонналарға теҙелеп Телеүҙәктән Октябрь проспекты аша Черниковка биҫтәһенә тиклем барҙы. «Еңеү паркы»нда улар Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Алда инде мотоцикл яратыусыларҙы ярты йылға яҡын ҡыҙыу миҙгел көтә. Күптәре ике тәгәрмәсле транспорттарында Рәсәй ҡалалары буйлап, хатта сит илдәргә сәфәр ҡылырға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика