Бөгөн «Ебәк юл» ралли-марафонында ҡатнашыусылар Учалы районы буйынса үткән участкала ярышты 10.07.2017

Автоуҙыштың өсөнсө этабы Силәбе өлкәһенең Күндрәү ауылында старт алды. Артабан экипаждар республика билмәһенә инеп Сәфәр һәм   Беренсе Май ауылдары эргәһенән үтте. Был этап Рәсәйҙәге һуңғы махсус участка булды.

Сөнки транспорт саралары иртәгәнән Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһынан стартҡа сыға.  Учалы районында тарихи уҙышты ҡараға бик күп халыҡ йыйылды. Транспорт сараларының юғары тиҙлеге көйәрмәндәрҙә онотолмалыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.  
Өсөнсө этап экипаждар өсөн айырыуса үҙенсәлекле булды. Сөнки ямғырҙан һуңғы бысраҡ юл, кисеүҙәр һәм бейек үләндәр марафонда ҡатнашыусыларға моңһоуланырға мөмкинлек бирмәне. Бөгөнгө һөҙөмтәләргә килгәндә, иң яҡшы күрһәткескә Франциянан Себастьен Лёб менән  Стефан ПетерансЕль өлгәште. «Ебәк юл» ралли-марафоны 22-се июлдә Ҡытайҙа тамамлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика