Бөгөн Белоруссияның Пинск ҡалаһында Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Европаның йәштәр беренселеге асыла, мәртәбәле ярышта республиканан 15 спортсыһы ҡатнаша

Бөгөн Белоруссияның  Пинск ҡалаһында Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Европаның  йәштәр  беренселеге  асыла,  мәртәбәле ярышта республиканан 15 спортсыһы ҡатнаша 01.08.2016

Ике тиҫтәгә яҡын илдән килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр  классик, тиҙ һәм йәшен тиҙлегендәге программаларҙа сығыш яһаясаҡ.

Иң ҡыҙыу алыш 26 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында булыр, тип көтөлә. Ни тиһәң дә, был йәш арауығында Польшанан донъяның вице-чемпионкаһы Наталия Садовска, Саха-Яҡут Республикаһынан тиҙ шашкалар буйынса донъя чемпионкаһы  Матрена Ноговицына, Белоруссиянан  Бөтә Донъя интеллектуаль уйындарының ике тапҡыр еңеүсеһе Ольга Федорович ҡатнаша. Шуға ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ - йәшен тиҙлегендәге шашка уйындары буйынса донъя чемпионкаһы  Айгөл Иҙрисова менән Рәсәй чемпионкаһы Әлиә Әминева уларға һыр бирмәҫ, тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика