Бөгөн баш ҡаланың Дим биҫтәһендә «Башнефть» компанияһы ярҙамында спорт майҙансығы асылды 11.06.2015

Ул Өфөнөң 102-се ҡала башҡорт гимназияһында урынлашҡан.  Майҙансыҡта һәр теләгән кеше хоккей, спорт, баскетбол, волейбол һәм мини-футбол уйнай ала.  

Гимназия уҡыусылары спортсы булырға, сәләмәт тормош алып барыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Бөгөнгө тантанала улар башҡарған шиғырҙар ҙа, йырҙар ҙа, күнекмәләр ҙә быға асыҡ дәлил булып тора.
Спорт майҙансығы заманса талаптарға тап килә. Балалар өсөн хәүефһеҙ - асфальт өҫтө махсус йомшаҡ материал менән ҡапланған.
Спорт майҙансығы асылыу менән көсөргәнешле уйын башланды. Балалар командаға бүленеп туп тибә. Көйәрмәндәрҙәр ҙә дәртле. Майҙансыҡтың ситендәге тренажерҙарҙа күнекмә яһаусылар ҙа күп. Тимәк, бөгөндән бында балалар тауышы тынмаясаҡ.
Әйткәндәй, Башнефть компанияһы ярҙамында көҙгә тиклем Өфөлә тағы ла ике спорт майҙаны файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был компанияның республикала алып барған хәйриә программаларының бер өлөшө генә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика