Бөгөн баш ҡалала кроссфит менән шөғөлләнеүселәр өсөн майҙан барлыҡҡа килде

Бөгөн баш ҡалала кроссфит менән шөғөлләнеүселәр өсөн майҙан барлыҡҡа килде 11.10.2014

Спорттың был төрөн үҙ итеүселәр ямғыр яуып тороуына ҡарамай урамда  көс һынашты.

Кроссфит менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар  булдырыу  ҡаланың йәштәр комитеты менән берлектә ойошторолған. Ул Өфөнөң 44-се мәктәбе янындағы майҙанда урынлашҡан. Бөгөн бында спорт менән дуҫ йәштәр йыйылды. Таһылдар, физик яҡтан ныҡлылар үҙ-ара ярыш ойошторҙо. Спорттың был төрөнә ауыр атлетика, пауэрлифтинг, гимнастика, гер спорты һәм башҡа төр күнекмәләр инә. Әйткәндәй, уның менән шөғөлләнеүселәр өсөн күнекмәләр бушлай ойошторола, ул алдан төҙөлгән теҙмә буйынса һәм  тренер ярҙамында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку