Австрияла мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус ҡышҡы олимпиада үтте 29.03.2017

Бөтә донъя уйындарында 107 илдән 2 мең 600   спортсы, шул иҫәптән Рәсәй данын Башҡортостандан 4 бала яҡланы. Интеллектуаль үҫеше сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән ярышта яҡташтарыбыҙ һынатманы.

Александр Николаев, Анастасия Паршутина, Артем Фәрхетдинов һәм Алина Хәмитова 4-һенә 8 миҙал: 2 алтын, 3-әр көмөш һәм бер бронза алып ҡайтты. Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова тәбрикләне. Рәсәй йыйылма командаһы Австрияла иң ҙур делегацияларҙың береһе булды. Уның составынан илдең 22 төбәгенән 73 иң көслө уҡыусы инде. Спорттың 8 төрө буйынса ойошторолған махсус ҡышҡы олимпиадала ватандаштарыбыҙ 101 миҙалға, шул иҫәптән 44 алтынға эйә булды.  Айырыуса, Рәсәй вәкилдәре саңғы уҙыштары, тау саңғыһы һәм шорт-тректа  юғары ҡаҙаныштарға иреште.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика