Августың икенсе шәмбеһендә физик культура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Августың икенсе шәмбеһендә физик культура  хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне 11.08.2014

Был дата  1939 йылда булдырыла. Физкультурниктар көнөн спортсылар, тренерҙар һәм уҡытыусылар ғына түгел, һөнәренә һәм йәшенә ҡарамай, төрлө ҡатлам кешеләре билдәләне.

Ял көндәрендә физкультура  хеҙмәткәрҙәре  көнө уңайынан ойошторолған  ярыштарҙа  олоһон да, кесеһен дә осратырға мөмкин. Һәр кем теге йәки был спорт төрө буйынса үҙ көсөн һынап ҡарарға ашыға. Шулай ҙа гер күтәреүҙә Наил Ғәлимовҡа етеүселәр булманы. 62 йәшлек  ирҙең күрһәткестәрен йәштәр ҙә уҙа алманы. Сәләмәт тормош алып барыусы уҙаман спорт менән даими шөғөлләнә.
Баскетбол, бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереү. Байрамға килгән һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты. Футболды үҙ иткән йәштәр туп типһә, икенселәр шахматта көс һынашты. Ярыштарҙан тыш, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ГТО нормаларын тапшырҙы.
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырыусылар уртаса һөҙөмтәләргә иреште. Ярышта ҡатнашыусылар киләһе йылға юғары күрһәткестәргә ирешергә вәғәҙәләне.  Байрам һуңында райондың алдынғы спортсыларына грамоталар һәм премиялар тапшырылды.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку