Һатыусылар марафоны 26.07.2014

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ хеҙмәтсәндәре старт һыҙығына баҫты.

Старт биреү менән  уҡтай алға. Сауҙа ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған марафонда егерменән ашыу команда ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар ике, егеттәр өс километр аралыҡҡа йүгерҙе. Ярышта көйәрмәндәр ҙә әүҙемлек күрһәтте.
Егеттәр араһында иң беренсе булып Азат Мәүләнов финиш һыҙығына баҫты. Спорт менән мауығыусы егет, үҙеңде һәйбәт формала тотоу төп эшкә лә  ыңғай йоғонто яһай, тип иҫәпләй.    
Сания Әхмәтова марафонда  үҙенең хеҙмәттәштәре менән ҡатнашты. Сауҙа өлкәһендә ул ете йыл эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, марафонға тәү тапҡыр килгән.  
Болотло көн сауҙа хеҙмәткәрҙәренең кәйефен боҙманы. Марафонда ҡатнашыусыларҙың күбеһе байрамға ғаиләләре менән килгәйне. Майҙанда бәләкәстәр өсөн төрлө уйындар уҙғарылды. Ә эстафетала еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика