Архангел районында Зөфәр Ҡанбәков иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте

Архангел районында Зөфәр Ҡанбәков иҫтәлегенә шахмат буйынса  традицион турнир үтте 12.10.2015

Әгәр ҙә тәүге йылдарҙа унда өс тиҫтәләп кенә спортсы ҡатнашһа, был юлы уларҙың һаны өс тапҡырға артып китте.  

Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл ярышҡа  Ҡырмыҫҡалы, Ҡалтасы һәм Ғафури райондарының да иң көслө шахматсылары саҡырылды.  Айырыуса мәктәп уҡыусылары, шул иҫәптән ҡыҙҙар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Был аңлашыла, сөнки бөгөн күп кенә мәктәптәрҙә шахмат түңәрәктәре уңышлы эшләй. Бер үк ваҡытта сығымдар ҙа ҙур түгел. Ә инде спорттың был төрө менән шөғөлләнгән бала иғтибарын тупларға өйрәнә, тырышлығы арта һәм хәтере яҡшыра. Шуға ҡарамаҫтан республиканың ҡала-райондарында  шахмат буйынса бәйгеләр йыш ойошторола тип әйтеп булмай. Был йәһәттән Зөфәр Ҡанбәков иҫтәлегенә арналған турнирҙың йыл һайын үткәрелеп тороуын билдәләп үтергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика