Американы Башҡортостанға алмаштырған хоккейсы 26.10.2015

Уҙған төндә Өфөгә Кирилл Кабанов килде. Бының өсөн уға 35 сәғәт самаһы юлда булырға тура килгән. Баш ҡала аэропортына  килеп төшөү менән хәҙер инде юлаевсы беҙҙең каналға үҙенең тәүге эксклюзив интервьюһын бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» клубы хоккейсыға хоҡуҡты 2009 йылда уҡ  һатып алғайны. Әммә шул уҡ йылда ул сит илгә сығып китте. Һуңғы йыл ярым эсендә  Кирилл Швецияла сығыш яһап, көмөш миҙалға лайыҡ булды. Өфө клубы менән килешеү миҙгел аҙағына тиклем иҫәпләнгән. Юлаевсылар составында ул өсөнсө һан аҫтында уйнасаҡ. Кирилл Кабанов «Адмирал» клубына ҡаршы үтәсәк бөгөнгө осрашыуҙы ситтән күҙәтә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика