Алыш бармы, көрәш бармы?

Алыш бармы, көрәш бармы? 08.12.2014

Башҡортостан милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итте.  Келәмгә өс тиҫтәгә яҡын төбәктән 200-ләп көрәшсе сыҡты. Улар туғыҙ ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе билдәләне. Ил кимәлендәге ярышта беренсе тапҡыр  Ҡырым республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Учалы егете Дим Хәйруллин Рәсәй чемпионатында беренсе тапҡыр ғына еңеү яуламай. Өфөлә үткән бәйгелә лә ул бар дәғүәселәрен дә арҡаһына һалды.  Әммә башҡорт егетенең был уңышы республика өсөн мәрәйҙәр килтермәне. Сөнки   командалағы конкуренция һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ Силәбе өсөн сығыш яһарға мәжбүр булды.
Милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һуңғы тапҡыр Өфөлә 2011-се йылда үткәйне. Әммә был юлы ул рәсми ярыш булараҡ беренсегә ойошторолдо. Билдәле булыуынса  халҡыбыҙҙың яратҡан алышы былтыр  Бөтә Рәсәй спорт реестрына индерелде. Был уға ил кимәлендә  үҫешергә яңы мөмкинлектәр асты.  
Милли көрәштең мәртәбәһен күтәреү маҡсатында ҡәғиҙәләргә  йыш ҡына төрлө үҙгәрештәр индерелә. Әйтәйек, хәҙер арҡаһына ятҡан спортсының дәғүәсеһенә 1 мәрәй өҫтәлә. Шулай уҡ  көрәшсенең вәкиле судьяның хөкүме менән ризалашмауы ла мөмкин. Был саҡта ул ошондай  кубикты келәмгә ырғытып, бәхәсле мәлде видеонан бер тапҡыр ҡараттыра ала.    
Бәйге барлыҡ ауырлыҡ үлсәмдәрендә ҡыҙыу барҙы. Айырыуса йөҙ килограммдан ауырыраҡ спортсыларҙың бил һынашыуы  көйәрмәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Көсөргөнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә Татарстан вәкилдәре тәүге урынды яуланы. Икенсе баҫҡысҡа Башҡортостан, өсөнсөгә Ульяновский өлкәһе вәкилдәре күтәрелде.  Еңеүселәр кубок һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика