Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында шахмат уйынын ветеран уҡытыусы Рим Әхтәри улы Насиров башлап ебәрә 01.02.2016

Хәҙер ул йолаға әйләнгән. Математика уҡытыусыһы Рим Насиров - шахмат уйыны менән студент йылдарынан шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлау менән тыуған ауылы Ҡауарҙыла эш башлай. Ауыл йәштәрен һәм үҙ тиҫтерҙәрен мауыҡтырғыс уйын - шахматҡа ылыҡтыра.

Райондың төнъяҡ зонаһы ярыштарында дүрт команда көс һынашты. Венер Ҡунафин, Салауат Түзбәков кеүек билдәле шахматсылар менән ярышҡа Өфөнән Абелғужиндар династияһы ла килгәйне. Рәсәй һәм донъя чемпионаттары призерҙары Динар һәм Рәшит Әбелғужиндарҙың тамырҙары Ҡауарҙы ауылынан булыуы күп нәмә тураһында һөйләй.
Олатаһының исемен алған Рәшит 2010  йылда Анапала Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булған. Уның бер туғаны Динар Әбелғужин спорт мастеры, "Мәскәү оупен" шахмат ярышында чемпион исеменә лайыҡ. Ул биш йәшенән шахмат уйыны менән мауыға.
Динар Әбелғужин: «Шахматтар миндә сыҙамлыҡ,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләй. Мин был шөғөлөм менән киләсәкккә яҡты уй-маҡсаттар ҡора алам».
Ҡауарҙы ауылында 920 кеше йәшәй. Бында һәр ғаиләлә тиерлек шахмат уйнайҙар. Ярыштарға әҙерлек ауыл ир-аттарынан физик һәм рухи көс тә талап итә. Уй-фекерҙе үҫтерә торған уйын ауыл кешеләре тормошон файҙалы ла, мауыҡтырғыс та итә.
Ғафури районының төнъяҡ зонаһы командалары ярышы сәмле уйын менән үтте. Дүрт команда араһында Ҡауарҙылар беренсе, икенсе урын Өфөнән Абелғужиндарҙа булһа, Сәйетбаба шахмат командаһы өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Шәхси беренселектә Башҡортостан чемпионы  Динар Әбелғужинға етеүсе  булманы .
Шахмат уйыны 2000 йыл элек Һиндостанда барлыҡҡа килә һәм сауҙа, иҡтисади бәйләнештәр аша донъя илдәренә тарала. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылын да ысын шахматсылар мәктәбе тип атарға була. Тап ошо ауылдан шахмат уйыны менән бөтә Рәсәйгә һәм донъяға танылған Әбелғужиндар династияһы үҫеп сыҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика