Ғафури районында спорт мәктәбе 1987 йылдан эшләй 28.11.2015

Өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт эсендә  бында үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүсе спорт төрҙәре артҡандан-арта. Саңғы спортынан башланған  район балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә әлеге ваҡытта унлаған йүнәлештә шөғөлләнергә мөмкин.

Салауат Ғәббәс улы Түзбәков мәғариф ветераны.  Математика һәм физика фәндәре уҡытыусыһы  хаҡлы ялғы сыҡһа  ла ҡул ҡаушырып ултырмай.  Ғафури районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбененең Имәндәш филиалында шахмат серҙәренә өйрәтә.
Красноусол ҡасабаһында эшләүсе коллегаһы Наталья Проценко фекеренсә, районда шахмат спорты бик популяр. Был спорт төрөн отҡор, фекерле балалар үҙ итә. Улар араһында Наталья Брыцалова кеүек Республикала  һәм Рәсәй ҡалаларында призлы урындар алыусылар ҙа бар.
Наталья Брыкалова, Ғафури районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе: «Бишенсе йыл, беренсе синыфтан  шахмат түңәрәгенә йөрөйөм. Бик күп ярыштарҙа ҡатнаштым. һәр ваҡыт призлы урындар яулайым.Һамарҙа ,Өфөлә һәм Шишмә ҡасабаһында уңышлы сығыш яһаным».
Райондың спорт мәктәбендә милли көрәш, теннис ныҡлы үҫешкән. Район газите «Табын», хакимиәт башлығы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы призына ярыштар даими үткәрелә.  Спорт  мәктәбен тамамлаусылар араһында олипмия резервы уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр ҙә бар.
Ғафури йәштәре  сәләмәт тормош яҡлы . Волейбол менән шөғөлләнеүсе был ҡыҙҙарҙа  Рәсәйҙә һәм донъяла танылыу өсөн  сәм дә,таһыллыҡ та,көс тә етәрлек.Нисек кенә булмаһын  бөтә чемпиондар ҙа Ғафури ерлегендәге кеүек бәләкәй  спорт мәктәптәренән үҫеп сыға бит.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика