Аҙна яңылыҡтары. Ҡышҡы олимпиада тәүге тапҡыр Рәсәйһеҙ үтә

Аҙна яңылыҡтары. Ҡышҡы олимпиада тәүге тапҡыр Рәсәйһеҙ үтә 11.02.2018

Ҡышҡы олимпиада тәүге тапҡыр Рәсәйһеҙ үтә. Ҡатнаша ул беҙҙекеләр, әллә уларҙы беҙҙекеләр тип әйтеп буламы? Халыҡ-ара олимпия комитеты  Рәсәй спортсылары тип әйтергә тыя бит. Ҡышҡы уйындарҙы асыу тантанаһына ла  олимпия әләме аҫтында ғына аҡ кейемдә сыҡтыҡ. Ниндәй төҫ был? Допингтарҙан азат сафлыҡ төҫө тип аңларғамы, әллә еңелеүҙе таныған аҡ типме? Фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәр хупланы бер нимәгә ҡарамай үҙ иҫәбе өсөн барған спортсыларҙы, икенселәре хурға ҡалып барып йөрөмәҫкә ине тип һуҡранды. Шулай ҙа спортсылар йәл.

Дүрт йыл буйы ошо сараға  әҙерләнеп тә, нейтраль әләм аҫтында үтеүҙәре ғорурлыҡ урынына йәлләү тойғоһо уятты. Иң көслө спортсылар бөтөнләй индерелмәне. Көнбайыштың бысраҡ сәйәсәте Башҡортостан спортсылары яҙмышына ла ҡағылды. Кемдәр  һәм ни өсөн  төшөп ҡалды исемлектән? Һәм ниндәй әләм күтәрәсәкбеҙ олимп тауында?
Көндәлек күнекмәләр аша Айтуған Әйүпов ышаныслы аҙымдар менән алға атлай. Ул киләсәктә олимпия уйындарында ҡатнашыу теләге менән яна. Әлбиттә, тхэквондо менән шөғөлләнеүсе малайға был турала уйларға иртәрәк әле. Шулай ҙа кем әйтмешләй, насар һалдат ҡына генерал булырға хыяланмай.
Айтуғандың ата-әсәһе лә улдарының көслө спортсы булып үҫеүенә ышана. Бигерәк тә атай кеше бының өсөн  ваҡытын да, тырышлығын да йәлләмәй. Аҙнаның алты көнөндә уларҙы тхэквондо залында осратырға мөмкин.
Әйүповтар кеүек бөгөн илдә меңдәрсә ғаилә балаларын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырған. Бының өсөн төбәктәрҙә спорт объекттары ла, тәжрибәле тренерҙар ҙа етерлек. Әммә бөгөн Рәсәйҙә иң көслөһө була тороп та донъя кимәлендә аяҡ салыуҙары ихтимал. Һәр хәлдә Көньяҡ Кореяла башланған уйындар тап шуны күрһәтте. Сөнки спортсыларыбыҙ был ярыштарҙа нейталь флаг аҫтында сығыш яһарға мәжбүр.
Халыҡ-ара олимпия  комитеты шулай уҡ иң тәүҙә Рәсәй вәкилдәренең  уйындарҙа ҡатнашыуына бөтөнләй ҡаршы төштө. Шулай ҙа һуңынан 168 яҡташыбыҙға үҙ көсөн һынап ҡарарға рөхсәт бирҙе. Тағы ла 47 спортсының яҙмышы һуңғы көнгә тиклем билдәһеҙ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спорт арбитраж суды атлеттарҙың дәғүәһен кире ҡаҡты.
Көйәрмәндәр элек-электән олимпия уйындарын профессиональ спортсыларҙың ҡыҙыу алыштар майҙаны тип күрергә күнеккән. Әммә ысынбарлыҡта ул һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер илдәрҙең сәйәси амбицияларын ҡәнәғәтләндереү урынына әүерелде. Күптәр бөгөн олимпия хәрәкәтенең, шул иҫәптән олимпизмдың иң камил өлгөһө юҡҡа сыға барыуын билдәләй. Шуның өсөн дә улар быға тиклемге абруйҙы ҡайтартыу өсөн бар структураны тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, тип иҫәпләй.        
Көньяҡ Кореяға республика үҙенең ете спортсыһын оҙатты. Улар сафында  юлаевсылар мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев та бар. Шулай уҡ олимпия уйындарында «Салауат Юлаев» клубының бер нисә уйынсыһын да күрергә мөмкин. Әммә улар үҙ илдәренең данын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, көйәрмәндәр спортсыларыбыҙға ҙур өмөттәр бағлай. Бигерәк тә улар Рәсәй хоккейсыларының алтын миҙалдар менән ҡайтырына ышана. Ни тиһәң дә, һуңғы тапҡыр яҡташтарыбыҙ чемпион исемен 1992 йылда яуланы. Ул ваҡытта ла  ватандаштырыбыҙ нейтраль флаг аҫтында уйнарға мәжбүр булды.  
Тарихҡа күҙ һалғанда, беҙҙең ил олимпия уйындарын ике тапҡыр ҡабул итте. Сочиҙа уҙған һуңғы ярыштарҙа ватандаштарыбыҙ төрлө дәрәжәләге 33 миҙалға эйә булды. Әммә ошо ҡаҙаныштарҙан һуң Рәсәй спортсыларын допинг ҡулланыуҙа ғәйепләүҙәр башланды. Һөҙөмтәлә күп кенә яҡташтарыбыҙ яуланған миҙалдарынан мәхрүм ителде. Шуға ла Рәсәйҙең киләһе уйындарҙы ҡасан итә аласағын бер кем дә әйтә алмаҫ, күрәһең.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку