Аҙна яңылыҡтары. Рафтинг менән шөғөлләнеүселәр өсөн тау йылғаларының тынысланыуы миҙгел ябылыуға тиң 07.05.2017

Ажғырып торған йылғаларҙы ауыҙлыҡлау, етәрлек порция адреналин алыу өсөн  экстремалдар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ла ҡуйырға әҙер. Профессиональ туристар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен әҙме-күпме үтәй, ә бына «ҡырағайҙары» менән бәлә. Улар өсөн миҙгел асыла ғына. Йылға буйлап кәмәлә ағып төшөүселәрҙең күбеһе әҙерлекһеҙ һәм бәләнең һәр боролошта көтөп тороу ихтималлығын уйлап та бирмәй. Ташҡын йылғалар йыл да тиерлек туристар ғүмерен алып китә. Ял  күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн үҙеңде нисек тоторға? Ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ?

Биш кешенән торған был төркөм үҙҙәренең икенсе тыуған көндәрен билдәләй тиһәң бер ҙә арттырыу булмаҫ. Сөнки улар әле генә үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан. Өфөнән килгән туристар Беренсе Май байрамдарын тәбиғәт ҡосағында үткәреү өсөн Кесе Инйәр йылғаһын  һайлаған. Хәйер, бының өсөн һауа шарттары ла уңайлы, ағымдың да иң көслө мәле. Әммә экстремалдар тау йылғаһындағы һикәлтәрҙе иҫәпкә алмай. Һөҙөмтәлә ошондай урындарҙың береһендә катамаран әйләнеп туристарҙың барыһы ла һыу эсендә ҡала.  
Туристарҙың бәхетенә ярҙам ҡулы һуҙыусылар эргәлә була. Юғиһә, ваҡиғаның ниндәй фажиғә менән тамамланыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында йыл һайын 1 май байрамдарында республика йылғаларының иң хәүефле урындарында ҡотҡарыу постары булдырыла. Быйыл туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе мөйөштәр биш ерҙә урынлашҡан. Майҙың тәүге көндәрендә генә был постар аша ике мең ярым самаһы турист ағып үткән.
Әлеге ваҡытта айырыуса хәүефле һаналған  урындарға иҫкәртеүсе банерҙар эленеп сыҡҡан. Әммә  туристарҙы улар ғына ҡурҡытмай шул. Бөгөнгә республика йылғаларында фажиғәле бер осраҡ теркәлгән дә инде. Ләмәҙ йылғаһында катамаран әйләнеп китеп  Өфөнән килгән ирҙең ғүмере өҙөлгән. Ә бына Өрөк йылғаһында ҡазаға тарыған 11 кешенән торған төркөмдө Хоҙай үҙе аралаған.  
Күп кенә туристарҙың йылға буйлап ағып төшөүгә еңелсә ҡарашта булыуы ла күҙәтелә. Ҡайһы берәүҙәр башына каска түгел, хатта, ҡотҡарыу жилеттарын кейергә лә онота. Шуға ла бындай хаталарға юл ҡуйырға ярамай, ти белгестәр. Сәфәргә сығыусы һәр төркөмгә ҡотҡарыу хеҙмәте сайтында теркәлергә, тәжрибәле инструктарҙар менән аралашырға һәм маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.  
Һуңғы көндәрҙә республика йылғаларында ташҡын кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Әммә был туристарҙы тынысландырырға тейеш түгел. Сөнки тап ошондай ваҡытта кәмәләрҙең һыу аҫтында ҡалған ҙур таштарға бәрелеүе ихтимал.  Шуға ҡарамаҫтан ҡотҡарыусылар әлеге байрамдарҙа күңелһеҙ хәлдәр әҙерәк булыр тигән ышаныс белдерә. Ни тиһәң дә, ямғырлы һауа торошо тәбиғәт ҡосағына сығыусылар һанын кәметергә булышлыҡ иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика