Аҙна яңылыҡтары. Былтыр Салауат Юлаев Аҡ барыҫты тоҡанлағайны, быйыл ул хәйләкәрерәк булып сыҡты

Аҙна яңылыҡтары. Былтыр Салауат Юлаев Аҡ барыҫты тоҡанлағайны, быйыл ул хәйләкәрерәк булып сыҡты 05.03.2017

Республиканың хоккей командаһы плей-оффтың тәүге этабында уҡ төшөп ҡалды. Татарстан командаһын үтә алманыҡ. Хәйер, уйындың беҙҙең өсөн оҙаҡҡа һуҙылмаҫын алдан уҡ билдәләргә мөмкин ине. Даими уйындарҙы ла бит көскә үтеп, плей-офф составының   һуңғы вагонына ғына эләгеп ҡалдыҡ. Өҫтәүенә тәүге уйындарҙан уҡ судьяларҙың беҙҙең команданы айырыуса «яратҡанлығы» асыҡланды.

Уларҙың тупаҫ хаталарын күрмәнеләр ҙә, ә беҙҙең иҫәпкә алмаҫлыҡ мәлдәрҙе лә ҙур ҡағиҙә боҙғандай күпертеп күрһәттеләр. Еңелгән яҡҡа һәр ваҡыт шулай тойола ул, тиерһегеҙ. Ә бына был ваҡиғаны нисек иңҡар итерһегеҙ ул сағында? Боҙҙа «Аҡ барс» командаһының ете уйынсыһы йөрөй, ә арбитрҙар күрмәмешкә һалыша. Ярай ҡапҡа һаҡсыһын сығарғандарҙар ти, тик барыбер бит алтауҙан күберәк уйынсы булырға тейеш түгел. Аңлашылмаған мәлдәр күп теркәлде.
«Салауат Юлаев» клубы өсөн быйылғы миҙгел бик иртә тамамланды. Хоккейсыларыбыҙ йүнләп һаҡалдарын үҫтереп тә өлгөрмәне, конькиҙарын сөйгә элеп торорға ла ваҡыт етте. Бындай осраҡта айырыуса көйәрмәндәр йәл, сөнки  донъяның ниндәй генә тарафтарында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың йөрәге һәр ваҡыт йәшел булып ҡала. Миҙгелгә килгәндә, ул ысынлап та һуңғы тиҫтә йыл эсендәге иң уңышһыҙы булғандыр. Сөнки рәттән туғыҙ тапҡыр еңелгән юлаевсылар юғалтҡан мәрәйҙәр һаны буйынса туғыҙынсы урынға тәгәрәне. Ярай әле һуңғы ике турҙа төп дәғүәселәрҙең уңышһыҙлыҡҡа тарыуы һәм яҡташтарыбыҙҙың еңеүе ҡуҙғалған поездға саҡ  йәбешеп ҡалырға мөмкинлек бирҙе.        
Үҙ конференцияһында алтынсы урынды алған юлаевсылар плей-оффтың беренсе этабында «Аҡ Барс» менән көс һынашты. Әйтергә кәрәк, яҡтар араһындағы бар уйындар ҙа көсөргәнешле үтте. Әммә яҡташтарыбыҙ нисек кенә тырышмаһын, дәғүәселәрҙең оборонаһын йырып үтә алманы.  Кемдер уңышһыҙлыҡтың сәбәбен уйынсыларҙың күпләп йәрәхәт алыуы менән бәйләһә, ҡайһы берәүҙәр судьяларҙы ғәйепләне. Ысынлап та, күп кенә бәхәсле осраҡтар күрше республика командаһы файҙаһына ҡабул ителде. Шул уҡ арбитрҙар сериялағы тәүге уйын аҙағында   юлаевсылар ҡапҡаһына ингән сәйер голды һананы, ә бына өсөнсө осрашыуҙа боҙға дәғүәселәрҙең ете хоккейсы сығыуын бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Бәлки тап шуның өсөн дә һуңғы уйындан һуң Линус Умарк  ғәҙеллек талап итеп судьяларға үҙ дәғүәһен белдереп йөрөгән.      
Әммә йәш фанаттың хыялдарына тормошҡа ашырға яҙмаған. Плей-оффтан төшөп ҡалыуҙың иртәгеһенә Игорь Захаркиндың отставкаға китеүе тураһында билдәле булды. Уның урынына кем киләсәге хаҡында әлегә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәй. Шулай ҙа яңы баш тренер вазифаһына тәүге тапҡыр сит ил белгесе тәғәйенләнеүе ихтимал тигән имеш-мимештәр ҙә ишетелеп ҡала. Шулай уҡ быйыл «Салауат Юлаев» клубында байтаҡ үҙгәрештәр булыуы көтөлә. Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.
Әлбиттә, миллионлап эш хаҡы алған уйынсыларҙың күбеһе Өфөлә ҡалмаясағы көн кеүек асыҡ. Бәлки уларҙың теләге булыр ҙа, әммә быйылғы миҙгел һөҙөмтәләре хоккейсыларҙың килешеүҙәрен ҡайтанан ҡарауҙы талап итә. Шул уҡ ваҡытта Линус Умарк менән Кирилл Капризовты һаҡлау ҡалыу өсөн клуб етәкселегенә күп көс түгергә тура киләсәк. Сөнки ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был уйынсылар киләһе миҙгелдә башҡа командаларға күсәсәк...
Быйылғы миҙгел Башҡортостан хоккейы өсөн әллә ни уңышлыларҙан булмаҫ, күрәһең. Ни өсөн тигәндә юлаевсылар Гагарин кубогына көрәштән бик иртә төшөп ҡалды, шулай уҡ «Толпар» клубы ла үҙ тарихында тәүге тапҡыр плей-оффҡа эләгә алманы. Хәҙер, республика  көйәрмәндәре яратҡан уйынһыҙ ҡалды тип әйтеү бер үк дөрөҫ булмаҫ. Сөнки «Торос» менән «Ағиҙел» командалары миҙалдар яулауға дәғүә итә.  


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика