23 февралдә Өфөлә  «Патриоттар» фестивален уҙғарыу  күптәнге йолаға әйләнгән 23.02.2015

Быйыл да әүҙем тормош һәм экстремаль спорт һөйөүселәр ҡала ситендәге майҙанға йыйылды. Программала ҡаргиҙәрҙә, джиптарҙа, мотоциклда уҙышыу, парашютистар шоуы, махсус тәғәйенләнештәге хәрби көстәр сығышы.

Ир-егеттең иңенә ғаиләһен хәстәрләү, яҡындарын һаҡлау бурысы һалынған. Һәм уны бер нисек тә хәрби хеҙмәттән еңелерәк тип ҡарап булмай, ул оло яуаплылыҡ талап итә. Фекер менән фестивалгә килеүсе Рөстәм дә килешә. Ул улына үҙйөрөшлө сана эшләгән. Был төр фестивалдәр айырыуса йәштәргә кәрәк, ти уҙаман.
Фестиваль йылдағыса,  экстремаль спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Автокросс, мотоциклдар раллиһы, джиптар ярышы - сағыу тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Парашютистар һәм махсус тәғәйенләнештәге хәрби көстәр сығышы  ил һаҡсыларына арналһа, фестивалдең  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бәйле өлөшө күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Быйылғы фестивалдә тағы бер үҙгәреш - еңел автомобилдәр ярышында теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн хатта, ябай транспорт сараһын да ҡулланып була ине. Экстремаль спорт һөйөүселәр саранан сәм, тамашасылар  бай тәьҫораттар алды.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика