22 августан 30-на тиклем Өфөлә хоккей буйынса донъя кубогына ярыштар үтәсәк 24.07.2014

Йәштәр араһындағы турнир дүртенсе йыл рәттән ойошторола. Өфөләге ярышта донъяның туғыҙ иленән 10 команда көс һынашасаҡ.

Рәсәй данын йәштәр хоккей лигаһы чемпионы Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән Өфөнөң «Толпар»ы яҡлай. Кубок өсөн уларға Канада, АҠШ, Швеция, Финляндия, Чехия, Беларусь, Латвия һәм Австрия командалары менән көс һынашырға тура киләсәк. Ярышҡа әҙерлек планға ярашлы бара. Хоккей буйынса донъя Кубогының уйын, күнекмә һәм сувенир шайбалары килде. Бер уйында ғына 15-кә тиклем шайба файҙаланыла. Ярыштар башына баш ҡалаға дүрт йөҙҙән ашыу шайба килтереләсәк. Евгений Охлюев, хоккей буйынса донья кубогының матди-техник тәьминәте төркөмө етәксеһе: «Беҙ уйын һәм күнекмә шайбаларын алдыҡ. Улар тәү сиратта биҙәлеше менән айырыла. Турнирҙа файҙаланасаҡ шайбаларға Кубоктың рәсми төҫлө логотибы ялатылған. Күнекмәләрҙә инде ябай ҡара шайба файҙаланыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика