12-се октябрь Рәсәй спортсы өсөн тарихи көндәрҙең береһенә әүереләсәк

12-се октябрь Рәсәй спортсы өсөн тарихи көндәрҙең береһенә әүереләсәк 11.10.2014

Был көндө Сочиҙа тәүге тапҡыр «Формула-1» ярыштары үтәсәк.    

Уҙыштарҙы ҡабул итеү тураһындағы килешеүгә дүрт йыл элек ҡул ҡуйылғайны.  Йәғни беренсе уҙыш уңышлы килеп сыҡһа, алты йыл дауамында донъяның иң яҡшы автоспортсылары Рәсәй гран-приһы өсөн көрәш алып барасаҡ. Килешеүгә ҡул ҡуйылған көндәп алып Ҡара диңгеҙ буйында болиттар уҙышы өсөн трасса төҙөлдө.  Уның оҙонлоғо 6 километр самаһы,  ә 52 әйләнештән торасаҡ дөйөм арауыҡ 305 километрҙан ашып китә. Ярышта Рәсәй данын Италияның «Toro Rosso» командаһы өсөн сығыш яһаусы  Даниил Квят яҡлаясаҡ. Бөгөн  үткән квалификация  һөҙөмтәһе буйынса  Башҡортостан вәкиле  бишенсе  булып килде. Әйткәндәй, киләһе йылдан яҡташбыҙ «Ред Булл»  командаһында атаҡлы Себастьян Феттельде алмаштырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку