«1000 велосипедсы көнө» 18.05.2015

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған асыҡ ҡала фестивалендә ҡатнашты.

Республика етәксеһе велосипедсылар менән бергәләп Ленин исемендәге майҙандан Совет майҙанына тиклем 10 километр оҙонлоғонда юл  үтте. Баш ҡалала бишенсе тапҡыр үткәрелгән спорт байрамына ете меңдән ашыу кеше килде. Башҡортостан Башлығы  фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһын да тәбрикләп, был сараны хәҙер «10 мең велосипедсы көнө» тип атарға мөмкин булыуын билдәләне. Велоуҙыштан һуң Рөстәм Хәмитов шулай уҡ  велосипед хәрәкәте үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика