«Салауат Юлаев» хоккейсылары быйылғы миҙгелдә өсөнсө тапҡыр камбэк яһаны

 «Салауат Юлаев» хоккейсылары  быйылғы миҙгелдә өсөнсө тапҡыр камбэк яһаны 10.09.2014

Бөгөн яҡташтарыбыҙ үҙ боҙонда Владивостоктың «Адмирал» клубы менән осрашты.

Әйтергә кәрәк, беренсе осор тулыһынса Алыҫ Көнсығыш командаһы өҫтөнлөгө менән үтте. Һөҙөмтәлә улар майҙан хужалары ҡапҡаһы артында өс тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Юлаевсылар иһә бер генә гол менән яуап ҡайтарҙы.  Тәнәфестән һуң Кирилл Кольцов менән Александр Степанов  тырышлығы ярҙамында «Салауат  Юлаев» хоккейсылары иҫәпте тигеҙләй алды.  Осор тамамланғансы яҡтар  тағы ла берешәр шайба индерҙе. Шулай ҙа көсөргәнешле уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 6-ға 4 иҫәбе менән тамамланды.
Киләһе осрашыуҙы Владимир Юрзинов дружинаһы   14-се сентябрҙә Хабаровскиҙың «Амур» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика