Һәүәҫкәр хоккейсылар бәйгеһе 27.02.2015

Саҡмағош районы үҙәгендә республиканың төрлө ауыл биләмәләренән 8 команда көс һынашты.

Йәрәбә һалып, командалар ике төркөмгә бүленде. Һәр төркөмгә 4-әр район тура килде. Уйын ҡыҙыу барҙы. Саҡмағош районы командаһы иң көслөһө тип табылды. Әлшәй районы командаһы ла  һуңғы йылдарҙа даими еңеү яулап килеүсе Ҡариҙел районы спортсыларын артта ҡалдырып, бәйгенең финалына сыҡты. Һөҙөмтәлә финалда Саҡмағош һәм Әлшәй райондары  командалары ярышты. Икенсе осорҙоң аҙағына тиклем иҫәп 3:3 булһа ла, уйын аҙағына Саҡмағош хоккейсылары 10:5 иҫәбе менән алға  сығып, беренселекте яуланы. Хәҙер улар республика исеменән Рәсәй кимәлендә уҙасаҡ бәйгелә һынау тотасаҡ.
Денис Ғарифуллин, Ҡармыҫҡалы районы командаһы капитаны: «Тәүге  уйында Әбйәлил районы менән ярыштыҡ. Уларҙы еңә алманыҡ. Икенсе уйында Балтас районын 9-ға бер иҫәбе менән еңдек. Ҡыҙғанысҡа, өсөнсө урынға сыға алманыҡ. Тағы тәжрибә туплайһы бар әле».
Платон Калаев, Әлшәй районы командаһы хоккейсыһы: «Саҡмағош районы командаһы көслө. Уларҙың көйәрмәндәре лә күп. Шуға ла Саҡмағоштарға үҙ боҙонда ярышыу күпкә еңелерәк, тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика