«Өфө» һәм «Манчестер Сити» командалары киләсәктә бер-береһе менән иптәштәрсә осрашыу уҙғарыуы ихтимал

«Өфө» һәм «Манчестер Сити» командалары киләсәктә бер-береһе менән иптәштәрсә осрашыу уҙғарыуы ихтимал 08.07.2016

Был турала Башҡортостан клубы етәксеһе Шамил Ғәзизов белдерҙе. Яҡтар араһында хеҙмәттәшлек  Александр Зинченко Англия коллективына  күскәндән һуң башланды. Әйткәндәй, кисә яҡташтарыбыҙ  Мәскәү өлкәһендә дауам иткән йыйындар сиктәрендә «Локомотив» менән осрашты. Уйындың яҙмышы тәнәфестән һуң хәл ителде. Дәғүәселәр индергән ике тупҡа  «Өфө» футболсылары бер гол менән дә яуап ҡайтара алманы. Киләһе уйынын Виктор Гончаренко тәрбиәләүселәре  11 июлдә ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондары- «ЦСКА» клубына ҡаршы үткәрә.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика