«Өфө» клубының Төркиәләге күнекмәләре тамамланды

«Өфө»  клубының Төркиәләге күнекмәләре тамамланды 02.03.2015

Йыйындың һуңғы көнөндә Игорь Колыванов дружинаһы Белоруссия чемпионатында сығыш яһаусы «Торпедо-БелАЗ» футболсылары менән иптәштәрсә уйын үткәрҙе.

Яҡташтарыбыҙ тәүге минуттарҙан уҡ өҫтөнлөктө үҙ ҡулдарына алды. Һөҙөмтәлә тырышлыҡ бушҡа китмәне. Марсиньо башлаған һөжүмде Харис Ханджич уңышлы тамамлап ҡуйҙы. Тәнәфестән һуң да Башҡортостан футболсылары көслө уйындары менән һөйөндөрҙө. Әммә таблолағы 1-0 иҫәбе башҡаса үҙгәрмәне. Шулай итеп Төркилә үткән  йыйындар «Өфө» клубы өсөн  сағыштырмаса  уңышлы булды. Улар бер осрашыуҙа еңеү яуланы, ә ике уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Киләһе матчты Игорь Колыванов тәрибәләнеүселәре Рәсәй чемпионаты  сиктәрендә 8 мартта үткәрә. Был көндө улар Мәскәүҙә урындағы «Динамо» менән осраша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика