«Өфө» клубының Төркиәләге күнекмәләре аҙағына яҡынлаша

«Өфө» клубының Төркиәләге күнекмәләре аҙағына яҡынлаша 16.02.2015

Ике аҙнаға яҡын дауам иткән йыйындар ваҡытында Игорь Колыванов дружинаһы бер нисә иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе. Шуларҙың береһе бөгөн яҡташтарыбыҙ еңеүе менән тамамланды.  Улар Еревандың «Улисс» футболсыларын 2-0 иҫәбенә отто.

Бынан тыш «Өфө» клубы Белек ҡалаһында Көньяҡ Кореяның «Пхохан Стилерс» клубы менән дә көс һынашҡайны.  Әйтергә кәрәк, осрашыу ни бары 82 минут ҡына дауам итте.  Сөнки  йәрәхәтләнеү сәбәпле, арбитр уйынды артабан хеҙмәтләндереүҙән баш тартты. Беренсе таймда яҡташтарыбыҙ составында башлыса йәш футболсылар сығыш яһаны. Тәнәфестән һуң майҙанға тәжрибәле уйынсылар сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан матч 0-0 иҫәбенә тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  ҡойма ямғыр һәм көслө елгә бәйле 10 февралдә Сербияның «Ягодина» клубы менән үткән осрашыу ҙа бер тайм ғына дауам иткәйне.  Ул уйында яҡташтарыбыҙ 3-0 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика