«Өфө» клубының Австриялағы күнекмәләре тамамланды 13.07.2015

Һуңғы  көндө Башҡортостан футболсылары Чехияның «Славия» командаһы менән иптәштәрсә осрашыу уҙғарҙы.    

Уҙған уйында уңышһыҙлыҡҡа тарыған  Игорь Колыванов тәрбиәләнеүселәре был юлы төп иғтибарҙы үҙ ҡапҡаһын ҡайғыртыуға йүнәлтте. Бәлки тап шуның өсөн дә яҡтар бер тапҡыр ҙа уңышҡа өлгәшә алманы.  Иҫәп 0-0. Ошо уйын менән баш ҡала вәкилдәренең сит илдәге йыйындарына йомғаҡ яһалды. Улар бер осрашыуҙа отолдо, ике матч тигеҙ иҫәп менән тамамланды.  Әйткәндәй, премьер-лига командалары араһында сираттағы миҙгелгә был аҙнала старт бирелә. Тәүге турҙы  «Өфө» клубы 17 июлдә Мәскәүҙә  урындағы «Спартак» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика