«Өфө» клубы яңы футболсылар менән тулыланыуын дауам итә

«Өфө» клубы яңы футболсылар менән тулыланыуын дауам итә 26.06.2015

Был юлы Башҡортостан командаһы Испаниянан ярымһаҡсы  Пабло де Лукас Торрес менән килешеү төҙөнө.

«Спортинг» клубы тәрбиәләнеүсе  республикала кәмендә ике йыл уйнаясаҡ. Легионер әле «Өфө» клубының Мәскәү өлкәһендә үткән йыйындарына ҡушылған да инде. Әйткәндәй, Игорь Колыванов дружинаһы кисә «Рязань» клубы менән  иптәштәрсә  осрашыу үткәрҙе. Уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына  2-0 иҫәбенә тамамланды.  Туптарҙы Харис Ханджич менән Эммануэль Фримпонг индерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика