«Өфө» клубы үҙ тарихындағы иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште 22.05.2017

Кисә  футбол буйынса Премьер-лига командалары араһында Рәсәй чемпионатының сираттағы миҙгеле тамамланды. Һуңғы турҙа Сергей Семак тәрбиәләнеүселәре үҙ майҙанында Екатеринбургтың «Урал» клубын еңеп, турнир таблицаһында етенсе баҫҡысты биләне. Яҡташтарыбыҙҙың профессиональ спорттағы уңыштары төбәктә был уйындың киң танылыу яулай барыуын күрһәтте.

Өфөләге футбол стадиондарының береһендә алма төшөрлөк тә урын юҡ. Көн һайын йәшел үлән өҫтөндә туп тибергә йөҙҙәрсә кеше, шул иҫәптән ҡыҙҙар  йыйыла. Халыҡтың күп булыуын иҫәпкә алып, спорт мәктәбе етәкселеге майҙанды бер нисә өлөшкә бүлергә мәжбүр булған. Әммә бындай аҙымға барыу ҙа барлыҡ футбол һөйөүселәрҙең ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмаған.
Әллә ни ҙур сығымдар талап итмәгән спорт төрө менән бөгөн йәше лә, ҡарты ла бик теләп шөғөлләнә. Ҡайһы бер ата-әсәләр киләсәктә улдарын футбол йондоҙо итеп  күрергә хыяллана. Шуға ла улар ваҡыттың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, балаларын спорт түңәрәктәренә йөрөтөргә тырыша.  
Футбол - уйын ғына түгел, еңеүгә ынтылыш һынауы ла, ти Өфөлә йәшәүсе Мөхәмәтйәровтар. Буласаҡ ил һаҡсыларын тәрбиәләүсе ғаилә улдарының физик яҡтан камил булып үҫеүенә бар көсөн һала.  
«Өфө» клубы өс йыл элек Премьер-лигала сығыш яһай башлағандан алып республикала футбол менән ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер артты. Белгестәр күрһәткестәрҙең киләсәктә тағы ла үҫәсәген фаразлай. Сөнки быйылғы миҙгел йомғаҡтары буйынса  Башҡортостан командаһы етенсе урынды алды. Был - клуб тарихындағы иң яҡшы һөҙөмтә. Һуңғы турҙан һуң төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов «Өфө» клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты. Республика башлығы коллективты миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән тәбрикләп, беҙ һеҙҙең менән бик юғары планка ҡуйҙыҡ, уны һаҡлап ҡалыу зарур тип билдәләне.
Бәлки киләсәктә республика командаһын УЕФА-ның Европа лигаһында күрергә насип булыр. Һәр хәлдә, бының өсөн Өфөлә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Миҙгел һөҙөмтәләренә килгәндә, чемпион исеменә 16 йыл тәнәфестән һуң «Спартак» клубы лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы «ЦСКА» менән «Зенит» футболсылары бүлеште. Ә инде «Крылья Советов» менән «Томь» командалары премьер-лиганан төшөп ҡалды.
Быйыл Рәсәй футбол буйынса Конфедерация Кубогын, ә киләһе йылда донъя чемпионатын ҡабул итә. Әлбиттә, был малайҙарға йыйылма команда составына эләгеү тураһында хыялланырға иртәрәк. Әммә киләсәктә Башҡортостандың да   Лионель Месси йәки Криштиану Роналду кеүек үҙ футболсылары үҫеп сығыр тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика