«Өфө» клубы республика данын Рәсәй футбол дивизионының өсөнсө лигаһында яҡлаясаҡ 03.05.2017

Әле «Витязь-ГТУ» мини-футбол командаһы ҙур майҙанға сығырға әҙерләнә.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәүәҫкәр коллектив үҙен юғары лигала танытып өлгөрҙө лә инде. Яҡташтарыбыҙ тәүге миҙгелдә үк етенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Команда составында ваҡытында республикала билдәлелек яулаған Наил Хәбибуллин да бар. Яңы ғына Өфөгә  ҡайтҡан футболсы менән бергә водитель Динар Сәрхиев уйнаясаҡ.  Командала шулай уҡ хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе, балалар спорт мәктәбе тренеры һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.  
Өсөнсө лигала команда алдында тәүге алтау араһына инеү бурысы ҡуйылған. Тәүге осрашыуын яҡташтарыбыҙ иртәгә «Нефтсе» стадионында Пермдең  «Амкар» клубы дублерҙарын ҡабул итә. Осрашыу көндөҙгө сәғәт өстә башлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика